«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юлдаш антенналары ҡуйыла башланы



28.02.2019 Юлдаш антенналары ҡуйыла башланы

Дәүләт иҫәбенә тәүге юлдаш антенналары Архангел районының Приураловка ауылында ҡуйылды.

Һанлы телевидение зонаһы булмаған урындарҙа ошондай тәрилкәләр буласаҡ. Пенсияға федераль өҫтәмә социаль түләүҙәр алған пенсионерҙарға, балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә антенналы булыу мөмкинлеге бар. БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедовтың белдереүенсә, әлеге көндә ведомствоға 300 кеше спутник ҡоролмаһы ҡуйыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Заявкалар 3 июнгә тиклем ҡабул ителә.

Был дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы булғандар ниндәй документтар йыйырға кәрәклеген район хакимиәттәрендәге цифрлы телевидение өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙән һораша ала.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға