«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров Сибай балаларына смартфондарҙы ситкә һалырға һәм күберәк уҡырға ҡушты



27.02.2019 Радий Хәбиров Сибай балаларына смартфондарҙы ситкә һалырға һәм күберәк уҡырға ҡушты

Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров бөгөн Сибайҙа балалар модель китапханаһында ҡала балаларында шундай кәңәш бирҙе.

Республика етәксеһе учреждениеға Рәсәй китап союзынан әҙәби һәм фәнни-популяр китаптар тапшырҙы.

Радий Фәрит улын китапханаға даими йөрөүсе мәктәп уҡыусылары ҡаршы алды. Улар үҙҙәренең яратҡан китаптары, шөғөлдәре, спорттағы уңыштары тураһында һөйләне.

Сибай балалар модель китапханаһы ҡаланың үҙәгендә, Маяковский урамындағы йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан. Фондында 35 мең дана китап бар, 60-лап журнал-гәзит яҙҙырыла, интернет менән ҡулланырға рөхсәт ителә. Бында 7 меңгә яҡын бала йөрөй. Китапхана мәктәп-балалар баҡсалары, инвалид балаларҙың "Мишутка" реабилитация үҙәге, "Доверие" приюты, өҫтәлмә белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға