«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы тыуған балаға бүләккә нимә биреләсәк?



27.02.2019 Яңы тыуған балаға бүләккә нимә биреләсәк?

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы менән республика хөкүмәте донъяға яңы килгән сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһын раҫланы.

Уның хаҡы 1600 һумдан артмай - бығаса 1180 һум ине.

Йыйылмаға алты әйбер инә: балалар юрғаны, башҡорт биҙәге сигелгән мөйөшлө йүргәк, кофта, ыштан, кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән башлыҡ һәм Башҡортостан башлығынан ҡотлау открыткаһы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға