«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер йәшлек ҡыҙ баланың башы ултырғысҡа ҡыҫылған



27.02.2019 Бер йәшлек ҡыҙ баланың башы ултырғысҡа ҡыҫылған

Иглин районының Алатор ауылында бер йәшлек ҡыҙ сабый уйнап йөрөп, башын пластмасса ултырғыстың тишегенә тыҡҡан. Тик шуҡ бала башын кире ала алмаған. Ата-әсәһе уға ярҙам итергә теләгән, ләкин уларҙың хәленән килмәгән.

Аптыранған ғаилә баланы дауаханаға алып барған. Бер юлы БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдән дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары ла килгән. Улар махсус ҡорамал менән ултырғыс пластигын ҡырҡып, баланың башын ысҡындырған. Барыһы ла имен тамамланған, ҡыҙсыҡҡа медицина ярҙамы кәрәкмәгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ГК РБ по ЧС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға