«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юбилейға – яңы объекттар



26.02.2019 Юбилейға – яңы объекттар

Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына 53 объект сафҡа индереләсәк. Ҙур төҙөлөштәр өсөн ҡаҙнанан 6,8 млрд һум аҡса бүленгән. Быйыл 19 мәктәп, 14 балалар баҡсаһы, 3 мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау тармағы объекты, 12 спорт комплексы һәм ике янғын һүндереү депоһы файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров киләһе биш йылға мәктәптәр төҙөлөшө планын әҙерләргә ҡушты.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға