«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нурия Абдуллинаға ярҙам итеү маҡсатында



26.02.2019 Нурия Абдуллинаға ярҙам итеү маҡсатында

27 февралдә киске сәғәт 7-лә Башҡорт дәүләт филармонияһында хәйриә концерты ойошторола.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор, йырсы Нурия Абдуллинаны ҡеүәтләп, ижадташ дуҫтары һәм үҙ теләге менән мәрхәмәтлек ҡулдарын һуҙған йәш артистар ҡатнаша! Роза Аккучукова, Зөлфиә Ҡудашева, Бибисара Азаматова, Урал Ниғмәтуллин, Гүзәл Диникеева, Сәғиҙулла Байегет, Нәркәс Сиражетдинова, Дамира Сәйетова, Азалия Вәлиева, Айгөл Шаһманова, Илдар Нурлы, "Бәхетле" төркөмө һәм башҡа сәхнә йондоҙҙары! Мөмкинлеге булһа, Нурия апай үҙе лә килергә тырыша!

"Сирлеләргә ярҙам ҡулы һонған бәндәһенә Аллаһы тәғәлә йөҙләтә шәфҡәт ҡайтарыр" тигән.
Радиотапшырыуҙары һәм йырҙары аша халҡына һәр саҡ изгелек өләшкән, бәхет теләгән, йәшәү көсө биргән Нурия Абдуллинаға бөгөн беҙ ярҙам ҡулы һуҙайыҡ! Йыйылған аҡсалар Нурия апайҙы Төркиәлә дауалауға йүнәлтеләсәк.

Күңеле тулы нур, йөрәге тулы моң булған халҡыбыҙ ҡыҙына беҙ ҙә мәрхәмәтле йөрәгебеҙҙе асайыҡ!

Билеттар: +79659278877





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға