«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Элвин Грей Башҡортостандың 100 йыллығын Татарстанда билдәләрме?



25.02.2019 Элвин Грей Башҡортостандың 100 йыллығын Татарстанда билдәләрме?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы в. в. б. Радий Хәбировтың кәңәшмәһендә Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова 23 мартта ойоштороласаҡ рәсми сара тураһында һөйләне. Ул “поэтик формала” уҙасаҡ.

Байрам концертында Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәр ансамбле, милли уйын ҡоралдары оркестры, йырсы Алһыуҙың сығыштары планлаштырыла.

Тик ҡайһы бер урындағы “йондоҙ”ҙар менән ҡатмарлыҡтар килеп тыуған. Атап әйткәндә Элвин Грей һәм Илдар Абразаҡовтың, Татарстанда гастролдә булыу сәбәпле, был көн концертта ҡатнаша алмауҙары мөмкин.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға