«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәйгеһен Радий Хәбиров чиновниктарҙың саңын ҡағырмы?



25.02.2019 Йәйгеһен Радий Хәбиров чиновниктарҙың саңын ҡағырмы?

БР Хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республика башлығы, әгәр ҙә йәйгеһен ҡала урамдарында саң борҡоп ятһа, етәкселәрҙең саңын да ҡағырға, "келәмгә" лә саҡырырға вәғәҙәләне.

Шулай итеп Радий Фәрит улы төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Сәбәбе - ведомство йәй мәлендә урамдарҙы таҙарта торған техника һатып алыуҙа һүлпәнлек күрһәткән.

Вице-премьер - ЖКХ министры в.в.б. Михаил Киреев белдереүенсә, яңы махсус техника район-ҡалаларға һуңлатып, июндә генә ебәреләсәк.

- Мин июнде көтмәйем, майҙа уҡ һорай башлаясаҡмын. Урамда саң осҡанын күрһәм, үҙемә саҡырасаҡмын. Беҙҙең мөнәсәбәттәрҙә лә саң осасаҡ, - тине Радий Хәбиров.

Муниципалитеттар һәм иң беренсе нәүбәттә Өфө республиканың баш ҡалаһы һәм миллионлы ҡала булараҡ коммуналь техника һатып алыуҙа әүҙемлек күрһәтергә тейеш тип белдерҙе етәксе.

Өфө мэры Өлфәт Мостафин әйтеүенсә, баш ҡала был эште башлаған да инде. Быға 120 миллион һум бүленгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға