«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров Өфөләге Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды



23.02.2019 Радий Хәбиров Өфөләге Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

Бөгөн, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды.

Тантанала Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм БР Дәүләт йыйылышы депутаттары, республика хөкүмәте ағзалары, Өфө мэрияһы етәкселеге, һалдаттар һәм офицерҙар ҡатнашты.
Был көндө батырҙар данын иҫләү церемонияһы икенсе төрлө үтте. Республика етәксеһе менән юғары вазифалы ҡунаҡтар Башҡортостан Советтар Союзы Геройҙарына арналған мемориаль комплексҡа ла сәскәләр һалды. Радий Фәрит улы Ишембай районы стелаһына ҡәнәферҙәр һалып, яҡташтарын хөрмәтләне.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға