«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Танып" шифаханаһына бурҙар төшкән



22.02.2019 "Танып" шифаханаһына бурҙар төшкән

Бурҙар йоҡламай. Кисә билдәһеҙ кешеләр маскаларҙа Асҡын районындағы «Танып» шифаханаһына урлашырға килгән. Улар постағы һаҡсаны туҡмап, һуңынан бәйләп ҡуйып, бина эсенә үткән. Яуыз ниәт менән килеүселәр банкоматты асырға уйлаған. Әммә аҡсаны урлай алмаған.

Әле енәйәт урынында тәфтишселәр эшләй.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға