«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Саңғысылар төп ярышты башлай



22.02.2019 Саңғысылар төп ярышты башлай

Кисә Австрияла саңғыла уҙышыу буйынса донъя чемпионаты башланды.

Рәсәй командаһы, биатлон­сыларыбыҙҙан айырмалы рә­үештә, донъя кубогы этабы ярыштарында уңышлы сығыш яһай. Улар һәр этап һайын миҙалһыҙ ҡалмай. Бына яңыраҡ төп ярыштар алдынан уҙған бәйгелә лә Александр Большунов (һүрәттә) 15 саҡрым араға йүгереүҙә беренсе булһа, Александр Бессмертных – өсөнсө, Илья Порошкин – бишенсе, Евгений Белов алтынсы һөҙөмтә күрһәтте. Ҡыҙҙарҙан Наталья Непряева бронза миҙал яулаһа, командалаш иптәштәре Юлия Белорукова – дүртенсе һәм Алиса Джамбалова бишенсе булып ярышты тамамланы.

Беҙ уларҙан, әлбиттә, еңеүҙәр көтәбеҙ.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға