«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йә «Металлург», йә «Аҡ барс»...



23.02.2019 Йә «Металлург», йә «Аҡ барс»...

КХЛ беренселегенең сираттағы даими чемпионаты ла артта ҡалды. 25 февралдә ике конференцияның 8-әр көслө командаһы Гагарин кубогы өсөн көрәшен башлаясаҡ.

Көнсығыш конференцияһында беренселек тамамланыуға бер тур алдан унда ҡатнашасаҡ клубтар билдәле лә булды инде. Ул хоҡуҡты «Автомобилист», «Барыҫ», «Металлург», «Аҡ барс», «Авангард», «Салауат Юлаев», «Торпедо» һәм «Трактор» уйынсылары яуланы. Көнбайышта иһә әлегә ҡалған өс урынға «Сочи» (64 мәрәй), «Витязь» (63 мәрәй) һәм «Динамо» (Рига) (62 мәрәй) командалары дәғүә итә.

Уҙған турҙа «Салауат Юлаев» хоккейсылары, бәлки, плей-оффта буласаҡ дәғүәсеһе – «Аҡ барс» командаһын өҫтәмә ваҡытта отоп, ярайһы ғына уйыны менән көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы. Тик әлегә һуңғы тур уҙмайынса, кем булыры билдәһеҙ. Унда 82-шәр мәрәй яулаған «Металлург» менән «Аҡ барс» үҙ-ара сәкәләшеп, юлаевсыларҙың буласаҡ дәғүәсеһен асыҡлаясаҡ.

Өфөлә плей-офф уйындары 1, 3 мартта буласаҡ.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: ХК СЮ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға