«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фермерҙар, грант алғығыҙ киләме?



22.02.2019 Фермерҙар, грант алғығыҙ киләме?

Быйыл республика фермерҙарына 1,1 миллиард һум күләмендә грант бүлеү ҡаралған. Уның 740 миллион һумы – федераль бюджет иҫәбенән.

БР Хөкүмәтенең дүшәмбелә үткән оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры вазифаһын баш­ҡарыусы Илшат Фазрахманов шулай тип белдерҙе.

Һүҙ яңы эш башлаусы фер­мерҙар, ғаилә малсылыҡ фер­маһы, ауыл хужалығы ко­опе­ра­тив­тары һәм табыш килтереүсе проекттарға бүле­нәсәк дөйөм сумма тураһында барҙы.

Илшат Фазрахманов әйте­үенсә, бөгөнгә Башҡортостанда 6,5 мең фермер хужалығы эшләп килә. 2018 йыл һөҙөмтәһе буйынса, улар тарафынан етештерелгән дөйөм продукция хаҡы 17,5 миллиард һум тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округында өсөнсө урында килә.

Былтыр Башҡортостанда табыш килтереүсе проекттарҙы тор­мошҡа ашырыу буйынса яңы программа старт алды. Ул шәхси хужалыҡтар һәм башҡа төр продукция етештереү­селәрҙе ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативына берләштерә. Тап ошо программа ярҙамында үткән йыл 118 яңы кооператив ойош­торолған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан – алдынғы төбәк. Яңы барлыҡҡа килгән кооперативтар, дөйөм алғанда, 300 миллион һум күләмендә грант алған.

2020 йыл аҙағына йәнә 450 ауыл хужалығы кооперативы төҙөү планлаштырыла. Уларға 4,5 мең хужалыҡты йәлеп итеү күҙаллана.





Автор: А. Ишемғолова
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға