«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өсөнсөһө кем булыр, тип уйлап ултырам әле...



21.02.2019 Өсөнсөһө кем булыр, тип уйлап ултырам әле...

Рәсәй яй үҫә, тигән булалар. Үҫә бит барыбер. Ана, хәҙер бер түгел ике миллиардер ҡатын булды.

Быға тиклем берҙән-бер миллиардершабыҙ (доллар миллиардтары хаҡында һүҙ бара) Елена Батурина ине. 13 йыл буйына ошо статусты бер үҙе күтәрҙе ул. Йәғни гүзәл заттарыбыҙ араһында. Хәҙер иһә теге уңышлы һәм ныҡ байҙарҙы күҙәтеп кенә тороусы “Форбс” уның янына ҙур ғорурлыҡ менән тағы берәүҙе баҫтырҙы. Ул – Татьяна Бакальчук. Wildberries интернет магазины хужаһы. Ике йыл элек кенә килеме 600 миллион доллар булған. Үҙе элекке инглиз теле уҡытыусыһы. Бизнесын 2004 йылда ире менән бергә төҙөгән.

Әйткәндәй, Батурина ханым (эйе, эйе, Мәскәүҙең экс-мэры Юрий Лужковтың ҡатыны) “Интеко” корпорацияһы хужабикәһе ине. Уны 2011 йылда һатып, бизнесын сит илгә күсерҙе. Европала, АҠШ-та миллиардын арттыра.

Нишләйбеҙ, йәмәғәт, өсөнсө почетлы урын покаға буш тора?..





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға