«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!



23.02.2019 Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!


Бөгөн һеҙҙең байрам, ир-егеттәр,
Һаҡлаусылар көнө Ватанды.
Күптәрегеҙ алды орден, миҙал,
Күптәрегеҙ данлап, маҡталды.

Дан йырҙарын йырлай ҡатын-ҡыҙҙар,
Шиғыр юлдарын да теҙәләр.
Ил һаҡсыһын көтөп алыуҙары
Бик ауыр булһа ла түҙәләр.

Ватан өсөн, тыныслыҡ хаҡына
Кемдәр тормай илдең һағында.
Йорт-ил булыр имен, күгебеҙ ҙә,
Һеҙ булғанда әрме сафында.

Оҙон ғүмер, һаулыҡ, бәхет теләй
Ҡотлап Һеҙҙе барлыҡ ҡатын-ҡыҙ.
Таң елдәре менән барып етһен
Ҡотлау һүҙҙәребеҙ, хатыбыҙ!





Автор: Хәлиҙә ИШДӘҮЛӘТОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға