«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибай балаларының икенсе төркөмө Ҡырымға 10 мартта осасаҡ



21.02.2019 Сибай балаларының икенсе төркөмө Ҡырымға 10 мартта осасаҡ

Ҡырымдың "Мечта" санаторийы ошо көндәрҙә Сибайҙан килгән 250 балаға планлы тикшереү үткәрә башлаған. Улар менән уҡытыусылар һәм медиктар эшләй тип хәбәр ителде бөгөнгө "Һаулыҡ сәғәте"ндә.

БР Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров фекеренсә, ул балалар сәфәрҙән яҡшы тәҫьораттар менән һауығып ҡайтырға тейеш. һаулыҡ һаҡлау министры в.в.б Максим Забелин әйтеүенсә, балаларҙың сираттағы төркөмө 10 мартта Ҡырымға осасаҡ. "500 зонаһы"ның 95 балаһы әле Башҡортостанда ял итә. 87 оло кешегә лә башҡорт шифаханаларына йүнәлтмә бирелгән.

Әле Сибайҙа айҙан ашыу ваҡыт эсендә 140 табип 14 меңдән ашыу кешене (шул иҫәптән 5500 бала) ҡабул иткән. Сираттар юҡҡа сыҡҡан, һәр кем үҙҙәренә талап ителгән белгестәрҙе күрә алған. 600-ләп кеше яҙылһалар ҙа ҡабул итеүгә килмәгән. Сит райондарҙан да килеүселәр бар.

1 марттан табиптар яйлап ҡайта башлаясаҡ. Шулай ҙа ҡайһы бер белгестәр, атап әйткәндә педиатрҙар ҡаласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға