«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баҡалы районының бер фермаһында ҡотороҡ карантины иғлан ителде



21.02.2019 Баҡалы районының бер фермаһында ҡотороҡ карантины иғлан ителде

Бының туралағы указға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Санитар талаптар райондың Яңы Урсай ауыл биләмәһенә ҡараған Нуғайбәк ауылы янындағы "Нива" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 1-се һөт-тауар фермаһына ҡарата ҡулланыла.

Карантин мәлендә фермаға һәм уның биләмәһенә эт-бесәйҙәрҙе индереү, сығарыу, ҡыр хайуандарын тотоу һәм уларҙы ситкә сығарыу тыйыла.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға