«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күршеләрҙең театры гастролдәре тамам!



21.02.2019 Күршеләрҙең театры гастролдәре тамам!

Өфөлә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театрының гастролдәре тамамланды.

Ошо уңайҙан үткәрелгән тантанала ике республиканың Мәҙәниәт министрҙары Әминә Шафикова менән Ирада Әюповалар ҡатнашты. Улар тәүге гастролдәрҙең 1929 йылдарҙа үтеүен иҫкә алып, театрҙар дуҫлығына нигеҙ һалыныуға 90 йыл тулыуы менән тәбрикләне.

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға ҙур өлөш индергән Камал театрының атҡаҙанған артистары Илгизәт Мөхәммәтғәлиев, Миләүшә Шәйхетдинова, Миңвәли Ғабдуллиндарға Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.





Гастролдәр шығырым тулы залда Илгиз Зәйниевтың "Бейеү бәрейе" тип аталған спектакле менән тамамланды.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға