«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пугачеваның концертына билет 300 мең һум!



20.02.2019 Пугачеваның концертына билет 300 мең һум!

Апрель айында Алла Пугачеваға 70 йәш туласаҡ. Юбилей уңайынан ул Дәүләт Кремль һарайында яңы программа менән сығыш яһарға йыйына.
Сараға билеттар 21 декабрҙә үк бер-нисә сәғәт эсендә һатылып бөткән, иң ҡиммәтлеһе 70 мең һумлыҡ булған.


Бөгөн тик алыпһатарҙар ғына билет тәҡдим итә – концерт ҡарағың килһә 300 “киҫәк” аҡсаңды сығарырға тура киләсәк.

Социаль селтәрҙәрҙә был турала кире фекер алышыуҙар ҡыҙғандан-ҡыҙа барғас, примадонна бер аҙна алдан “урта хәллеләр” өсөн өҫтәмә тамаша ҡуясағын белдергән. “Эконом” класлы концертҡа хаҡтар 4 000 – 60 000 һум “ғына".

Әллә кредит алып концертҡа барып ҡайтаһы?





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға