«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фәхешхана хужабикәһе тотолған



20.02.2019 Фәхешхана хужабикәһе тотолған

Ҡатын Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта фәхешханалар ойошторған.

2015 йылда притондар асып, ул туғыҙ ҡатынды фәхишәлеккә йәлеп иткән. Интим-салондар эшмәкәрлеге массаж салондары селтәре аҫтында йәшеренгән булған. "Массаж" хеҙмәте интернет, радио һәм баннерҙар аша әүҙем рекламаланған.

2017 йылда ҡырын эш асыҡланыу менән, бордель хужабикәһе илдән тайыу яғын ҡараған. Тик оҙаҡ ҡасып йөрөй алмаған, Ҡаҙағстандың тәртип һаҡсылары ҡатындың эҙенә төшкән һәм Рәсәйгә оҙатҡан.

26 йәшлек “эшмәкәр” ханымға ҡаршы ҡуҙғатылған енәйәт эшен Стәрлетамаҡ ҡала суды ҡараясаҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға