«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Имтиханды ата - әсәйең менән тапшыр!



20.02.2019 Имтиханды ата - әсәйең менән тапшыр!

Республика халҡын Бөтә Рәсәй “Ата-әсәләр менән берҙәм БДИ тапшырыу көнө” акцияһына ҡушылырға саҡыралар.

БР Мәғариф министрлығы 22 февралдә математиканан имтихан барышын күрһәткән эшлекле уйын ойоштора. Акцияла ата-әсәләр, уҡыусылар, элекке сығарылыш уҡыусылары ҡатнаша ала. Сара Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназияһында уҙасаҡ.

Акция 15 февралдән 2 мартҡа тиклем барлыҡ райондарҙа үтергә тейеш. Илдә февраль башынан алып 50 төбәктән өс меңдән ашыу ата-әсә БДИ-ла ҡатнашҡан.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға