«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы бер башлыҡ китте



20.02.2019 Тағы бер башлыҡ китте

Дүртөйлө районы башлығы Ринат Хәйруллин, хаҡлы ялға сығыу сәбәпле, отставкаға китте. Был вазифала ул 2010 йылдан алып эшләне.

Әлегә район башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Риф Йосопов тәғәйенләнгән.
Р. Йосопов — 2003 - 2017 йылдарҙа Саҡмағош районын етәкләне, ауыл хужалығы фәндәре докторы, ғилми хеҙмәттәр, монографиялар авторы.

Дүртөйлө районының яңы башлығы, конкурс һөҙөмтәһе буйынса, мартта билдәле буласаҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға