«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандың үҙ карабы буласаҡ



20.02.2019 Башҡортостандың үҙ карабы буласаҡ

Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров тәҡдим итеүенсә, республиканың үҙ караптары булырға тейеш. Был хаҡта БР-ҙың хәрби комиссары Игорь Харченко белдерҙе.

Башҡортостандан контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр өсөн Балтик флоттан бер корвет (хәрби карап) күҙ уңында тотола. Шулай уҡ Төньяҡ флоттан “Георгий Победоносец” десант карабы менән дә һөйләшеүҙәр алып барыла.

Ҡасандыр беҙҙең төбәк “Башҡортостан”, “Комсомолец Башкирии” тип аталған ҙур булмаған караптарға шефлыҡ иткән. Ә 2021 йылда “Өфө” һыу аҫты кәмәһе төшөрөү планлаштырыла.

Март айында уҡ республиканың “контрактсылары” килешеү төҙөлгән караптарҙа хеҙмәт итә башлар, тип көтөлә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға