«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урал батыр - изгелек, хәҡиҡәт һәм матурлыҡ юлы



20.02.2019 Урал батыр - изгелек, хәҡиҡәт һәм матурлыҡ юлы

Бөгөн Яңауыл районы Яңы Уртауыл ауылында Урал батыр эпосына бағышланған "Урал батыр - изгелек, хәҡиҡәт һәм матурлыҡ юлы" тип аталған байрам үткәрелде.

Уны райондың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы Яңауыл башҡорттары ҡоролтайы, район хакимиәте менән берлектә ойоштора. Байрамдың әһәмиәтле һәм баһалы булыуын һәр кем аңлай.
Район хакимиәте башлығы Илшат Вазиғатов сығышында төбәктә бик күп шәжәрә байрамдары үткәрелеүен, халыҡтың үҙ тарихына битараф булмауын билдәләне. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаэль Яхин Урал батыр эпосының әһәмиәте тураһында һөйләп үтте.
Байрамда республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан ҡул эше оҫталарына иҫтәлекле бүләктәр бирелде.







Быға тиклем районда 7 ағинәй халыҡ араһында әхләки тәрбиә, иманға әйҙәү буйынса эш алып барған. Бөгөн уларҙың һаны тағы ла ике инәйгә артты.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға