«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәскәүҙә 10 ҡыҙ башҡорт һылыуҡайы тажы өсөн көс һынаша



20.02.2019 Мәскәүҙә 10 ҡыҙ башҡорт һылыуҡайы тажы өсөн көс һынаша

Илебеҙҙең баш ҡалаһында 10 ҡыҙ «Мәскәү һылыуҡайы — 2019» исеме өсөн көрәшә. Асыҡ кастингта Башҡортостандан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 18-25 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашты.

Алина Сәйфетдинова, Әҙилә Әлибаева, Илүзә Йәрмөхәмәтова, Гөлйемеш Ласынова, Зилиә Агишева, Гөлсиә Йәнсәйетова, Сәлимә Әхмәрова, Ынйы Әпсәләмова, Динә Йосопова, Инзе Ғәбитова һайлап алыу туры эштәрен бөтәһенән дә яҡшыраҡ башҡарҙы.

Ҡыҙҙар өсөн финал гала-концертына әҙерлек этабы башланды. Улар үҙҙәрен төрлө яҡтан күрһәтергә тейеш: башҡорт телен белеү, йыр-бейеүгә һәләт, дефиле сәнғәте. Конкурстың төп шарты — популяр социаль селтәрҙәрҙә #МәскәүҺылыуҡайы2019 хэштегы менән «Ҡатнашыусы көндәлеге» блогын алып барыу.

Матурлыҡ конкурсының финалы быйыл март аҙағында була. Еңеүсе Өфөлә «Һылыуҡай-2019» республика гүзәллек бәйгеһендә ҡатнаша.

«Мәскәү һылыуҡайы — 2019» конкурсы Рәсәйҙең баш ҡалаһында алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Сараны ойоштороусы — Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булышлығында Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта белем алған республика студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы.





Автор: ИА "Башинформ"
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға