«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Овечкин НХЛ тарихын яҙа...



16.02.2019 Овечкин НХЛ тарихын яҙа...

Рәсәйҙең билдәле хоккейсыһы, НХЛ-дың «Вашингтон Кэпиталз» клубында 14-се миҙгел сығыш яһаған Александр Овечкин сираттағы рекордын ҡуйҙы.

Хәҙер ул Рәсәй уйынсылары араһынан НХЛ тарихында иң мәргәне булып танылды. Быға тиклем 1179 (483 гол, 696 пас) мәрәй туплаған билдәле Сергей Федоровтың күрһәткесен уҙып китте. Овечкиндың иҫәбендә – 1186 (645 гол, 541 пас) мәрәй. НХЛ тарихында 48-се күрһәткес. Данлыҡлы Уэйн Гретцкиға етер өсөн Алексҡа тағы 249 тапҡыр уңышҡа өлгәшергә кәрәк. Гретцки күптән инде карьераһын тамамлаһа ла, бөгөнгә тиклем НХЛ-да иң мәргәне булып һанала.
Овечкин Рәсәй йыйылма командаһы составында өс тапҡыр донъя чемпионы булып, ниһайәт, уҙған миҙгелдә «Вашингтон» клубы составында Стэнли кубогын да яулай.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға