«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡайһы төбәктең иң яҡшыһы булғыһы килә?



16.02.2019 Ҡайһы төбәктең иң яҡшыһы булғыһы килә?

Башҡортостанда 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Иң яҡшы муниципаль берәмек» конкурсы иғлан ителде.

Был конкурс бер нисә маҡсатты үҙ эсенә ала. Шул иҫәптә урындағы үҙидара органдарының биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса эшмәкәрлеген баһалау, муниципаль берәмектәрҙең иҡтисади мөмкинлектәрен арттырыу һәм нығытыу кеүектәр бар.

Конкурстың номинациялары: «Муниципаль иҡтисади сәйәсәт һәм муниципаль финанстар менән идара», «Муниципаль берәмек
тә йәшәүселәр менән һөҙөмтәле «кире бәйләнеш» булдырыу, территориаль йәмәғәт үҙидараһы ойоштороу, уның эшмәкәрлегенә халыҡты йәлеп итеү», «Милләт-ара татыулыҡ һәм дуҫлыҡты нығытыу, муниципаль кимәлдә милли сәйәсәт йүнәлеше буйынса саралар ойоштороу, «Иң яҡшы ауыл биләмәһе хеҙмәткәре», «Иң яҡшы муниципаль район хеҙмәткәре», «Иң яҡшы ҡала округы хеҙмәткәре», «Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара һорауҙарын яҡтыртыусы иң яҡшы журналист».

«Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы Бөтә Рәсәй «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» конкурсының төбәк этабы иҫәпләнә. Республика конкурсында еңеү яулаған муниципаль берәмектәр автомат рәүештә федераль конкурс ҡатнашыусыһы тип иҫәпләнә. Ил Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, еңеүселәргә Рәсәй Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премия тапшырыла.





Автор: А. Ишемғолова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға