«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙағы хәлдәрҙе Кремлдә беләләр



14.02.2019 Сибайҙағы хәлдәрҙе Кремлдә беләләр

Бер нисә көн элек Сибай халҡы видео аша Рәсәй Президентына мөрәжәғәт иткәйне.
Интернет селтәренә барып эләк кенә, Ер шарының теге яғында ла тиҙ үк күрәсәктәр. Бына Сибайҙар менән Кремль дә танышты.

Президент Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков бөгөн журналистарға әйтеүенсә, видеомөрәжәғәтте күргәндәр.
“Әле был мәғлүмәт Президент хакимиәтенең айырым бүлегендә тикшерелә”, – тигән Песков.

Журналистар унан ҡала мэрының ошо мөрәжәғәтте ойоштороусыларға ҡарата әйткән бигүк “йылы булмаған” һүҙҙәрен дә ишетеү-ишетмәүе хаҡында ла белешкән. Песков белдереүенсә, ҡала хакимиәте башлығының нимә тигәне менән танышмаған әлегә, әммә былай тип ҡуйған (ТАСС, Регнум кеүек үҙәк сығанаҡтарҙа бар): ”Ысынлап та шулай тип әйтһә, уның менән килешеп булмайҙыр...”





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: РИА новости


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға