«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йөк машинаһы уға бәрелгән «Ларгус»ты ике саҡрым һөйрәтеп барған



13.02.2019 Йөк машинаһы уға бәрелгән «Ларгус»ты ике саҡрым һөйрәтеп барған

Бөгөн Өфө-Ырымбур юлында ҡот осҡос хәл булған.

Еңел машина менән идара иткән 32 йәшлек Хәйбулла кешеһе светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтаған "Фрейтлайнер"ға бәрелгән. Уныһы, үҙ сиратында, ете кеше ултырған "Ларгус"ты һөйрәтеп алып киткән. Тик ике саҡрымдан ғына йөк машинаһы водителе - 47 йәшлек ир "Фредди"ға йәнә лә бер "тағылма" тағылыуын асыҡлаған.

Ярай был хәлдә артыҡ ныҡ ҡазаланыусылар булмаған. 45 йәшлек бер ҡатын ғына табиптарға мөрәжәғәт иткән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға