«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Семен Елистратов Донъя кубогының шорт-трек буйынса ҡатнаш эстафетаһында еңде



11.02.2019 Семен Елистратов Донъя кубогының шорт-трек буйынса ҡатнаш эстафетаһында еңде

Италияның Турин ҡалаһында үткән Донъя кубогы этабының ҡатнаш эстафетаһында Рәсәй спортсылары тәүге урынды яуланы.

Екатерина Ефременкова, Семен Елистратов, Павел Ситников һәм Евгения Захарова 2 минут 40,553 секунд ваҡыт күрһәтте. Икенсе урында — Канада командаһы (2.40,614), өсөнсөлә - АҠШ США (2.43,493).

Илебеҙҙең шорт-трек буйынса ир-егеттәр командаһы Донъя кубогының һуңғы этабындағы эстафетала алдынға лайыҡ булды. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һынатманы - өсөнсө урын яуланы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға