«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бюджетниктар! Ысынлап та ошолай эш хаҡы алағыҙмы?



07.02.2019 Бюджетниктар! Ысынлап та ошолай эш хаҡы алағыҙмы?

Түбәндәге һөнәр эйәләре былтыр айына ошо сама эш хаҡы алған тип Башкортостанстат хәбәр итә.

Мәғарифта:
- балалар баҡсалары тәрбиәселәре - 28 мең һум,
- мәктәп уҡытыусылары - 29999 һум,
- өҫтәлмә белем биреү педагогтары - 30511 һум.
- училище, колледж, техникум уҡытыусылары, мастерҙары - 30 648 һум.
- институт-университет уҡытыусылары - 62 729 һум,
- ғилми хеҙмәткәрҙәр - 65 270 һум алған.

Медицинала айына:
- табиптарға - 60 мең һум,
- урта медперсоналға - 30 мең һум,
- кесе медперсоналға - 30 673 һум тура килгән

"Соцработник"тар 30 мең һум эш хаҡы алған.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә айына 30 377 һум бирелгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға