«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йырсылар конкурсы иғлан ителде



06.02.2019 Йырсылар конкурсы иғлан ителде

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Зәки Мәхмүтовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнап Ғафури районы хакимиәте йырсылар конкурсы иғлан итә.

Йырсының ижадын пропагандалау, яңы таланттарҙы асыҡлап, уларҙың башҡарыу оҫталығын үҫтереү, халыҡсан башҡарыу традицияларын һаҡлау һәм йәш башҡарыусыларҙың ижади эшмәкәрлегенә ярҙам итеү маҡатында үткәрелгән бәйге 28 февралдә, Красноусол ауылында уҙа. Унда махсус вокаль белеме булмаған яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша ала, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Урта махсус уҡыу йорттарының (вокал бүлеге) беренсе һәм икенсе курс студенттары ла ҡатнаша ала.

Бәйгеселәр өс йәш төркөмөнә бүленә: 16 йәшкә тиклем; 16- 60 йәшлектәр; 60 йәштән өлкәндәр.

Белешмәләр өсөн ойоштороу комитетының адресы: Красноусол ауылы, Коммунистик урамы, 14/1, район мәҙәниәт һарайы.
Электрон адресы: gafuri-metod@mail.ru
Телефон һандары: 2-16-88, 8-927-953-64-43





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға