«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Батырҙың хәтер кисәһе



05.02.2019 Батырҙың хәтер кисәһе

13 февралдә Өфөлә Советтар Союзы Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы командиры, генерал-майор Таһир Тайып улы Күсимовтың хәтер кисәһе үтә.

Сара арҙаҡлы башҡорт шәхесенең тыуыуына 110 йыл тулыуға арнала. Программала Әбйәлил районындағы Т. Күсимов йорт-музейы тарафынан әҙерләнгән күргәҙмә һәм милли аш-һыу, ҡул эштәре йәрминкәһе, шулай уҡ Ташбулат ауылы таланттары әҙерләгән концерт буласаҡ.

Хәтер кисәһе Актерҙар йортонда ( Пушкин урамы, 94 адресы буйынса) үтә. Киске сәғәт 6-ла башлана.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға