«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт Левитаны Әхәт Мортазин…



05.02.2019 Башҡорт Левитаны Әхәт Мортазин…

Күңелдәрҙә моң һәм һағыш булып уйылып ҡалған тауыш – беҙҙең менән.

Иртәгә, 6 февралдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтә.

Легендаға тиң оло шәхесебеҙҙе иҫкә алырға Радик Юлъяҡшин, Ғәзим Ильясов, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Гөлназ Асаева, Әлим Ҡәйүмов, Айгөл Һағынбаева, Диана Ишниязова килә.

Билдәле шәхестәр, дуҫтар һәм туғандар, танылған сәнғәт әһелдәре йыйылған хәтер кисәһе киске сәғәт 7-лә башлана. Билеттар - ҡала кассаларында.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға