«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы



29.01.2019 Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы

“Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2019” исеменә лайыҡ булыусы Гөлшат Ғәбитова 18 йыллыҡ педагогик стажға эйә.
Был мәртәбәле конкурста Гөлшат Заһир ҡыҙы икенсе тапҡыр ҡатнаша. 2006 йылда ул лауреат исемен алған.


—Ике конкурсты сағыштырып ҡарағанда, һуңғыһы оло үҙгәрештәр кисергән. Элекке һынауҙарҙан инша һәм дәрес биреү генә ҡалған. Бәйгелә күберәк цифрлы белем биреү, электрон уҡытыу һәм дистанцион мәғариф технологиялары менән эшләнек. Тимәк, бәйгегә талап йылдан-йыл көсәйә, заманса алымдар өҫтәлә. Яңылыҡһыҙ үҫешеү мөмкин түгел бит, айырыуса мәғарифта. Минеңсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярышҡан секцияла, бүтәндәргә ҡарағанда, эш икеләтә әүҙем, йәнле барҙы. Сөнки беҙ көс һынашыуҙан бигерәк, сығыш яһарға килгән ғалимдар, жюри ағзалары менән туған телебеҙ хаҡында аралаштыҡ, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Бындай һөйләшеүҙәр фәһемле булды, үҙем өсөн күп нәмә алдым, — тип һөйләй еңеүсе. — Конкурстанттар үҙ-ара дуҫлашып бөттөк, бәйге ҙур байрам кеүек үтте лә китте.

Өфө ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡытыусыһы Гөлшат Ғәбитова сығышы менән Белорет районының Аҙналы ауылы ҡыҙы. Бөгөн ғаиләһе менән Шамонин ҡасабаһында йәшәй.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: А. НУРМӨХӘМӘТОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға