«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ярҙам буласаҡ, әммә республика ҡаҙнаһына ғына һалышырға ярамаҫ...



22.01.2019 Ярҙам буласаҡ, әммә республика ҡаҙнаһына ғына һалышырға ярамаҫ...

Бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә “Газпром межрегионгаз Өфө” йәмғиәтенә булған бурыстар тураһында ла һөйләнеләр. Һүҙ газ менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың бурысына бәйле. Бурыс ҙур, ул миллион һумдар менән иҫәпләнә. Ә түләргә кәрәк. Был – талап.


Үткән йылдың ноябрендә түләп еткерелмәгән аҡса 617 миллион һум булһа, 2019 йылдың 1 ғинуарына был сумма 367 миллионғаса кәмегән. Тимәк, ҡайҙандыр алып түләгәндәр. Һуңғы ике айҙа коммуналь ойошмаларға етди генә финанс ярҙамы күрһәтелгән. Әммә ҙур ғына сумма бурыс үҫкән төбәктәр ҙә бар. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһында. Бурыстары ноябргә ҡарағанда 17 миллион һумға артҡан. Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Шмелев хәбәр итеүенсә, уларҙа бындай проблема оҙаҡ йылдарға һуҙылған. Әле мәсьәләне яйлап хәл итеү өҫтөндәләр.

– Әлбиттә, республика ҡаҙнаһы иң ҡатмарлы хәлдә ярҙам итәсәк, әммә был даими уйынға әүерелмәһен ине, – тип өндәште муниципалитеттар башлыҡтарына Радий Хәбиров.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға