«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ИЛНУР БУЙЫНСА ТИКШЕРЕҮ ДАУАМ ИТӘ



18.01.2011 ИЛНУР БУЙЫНСА ТИКШЕРЕҮ ДАУАМ ИТӘ

Бөрйән районының Байназар ауылы егете, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе курс студенты Илнур Буранбаевты үлемгә еткергән сәбәптәрҙе асыҡлау дауам итә. ҡайһы бер мәғлүмәт саралары был эш буйынса тикшереү тамамлана, милицияла эште Яңы йыл каникулдарынан һуң ябасаҡтар тип яҙып сыҡты. Ысынында ла, тикшереү эштәре дауам итә.
Әлегә мәрхүм Илнурҙың кәүҙәһен экзумацияларға кәрәклеге тураһында ҡарар юҡ. Шулай ҙа егеттең ата-әсәһе, кәрәк була ҡалһа, был эште башҡарыуға ризалыҡ бирергә әҙер. Бөгөнгө көнгә ошоно ғына билдәләргә була - милиция беренсе курс студентын үлемгә алып барып еткергән ваҡиғаларҙы асыҡлай, был ҡәһәрле көндә Илнур менән бергә булған кешеләр менән һөйләшеүҙәр ойошторола.
Беҙҙең сайтта, «Йәшлек» гәзитендә Илнур Буранбаевтың үлеменә ҡағылышлы аныҡ ҡына мәғлүмәттәр тикшереү эштәре тамамланғас биреләсәк. Был инде суд булмай тороп кешеләрҙе ғәйепләүҙән ҡасыу, теләһә нимә уйлап сығарып яҙып, кемделер рәнйетеүҙән ары тороу маҡсатында эшләнә.
Башҡаларҙы ла Илнур Буранбаевтың үлеменә ҡағылышлы материалдарға коментарийҙар биргәндә сабырыраҡ, иғтибарлыраҡ булырға саҡырабыҙ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә егеттең ниндәй шарттарҙа яҡты донъя менән хушлашыуын асыҡлау яҡлы. Шуға ла был һәләкәт буйынса төрлө фараздар биреп, Илнурҙың ата-әсәһенең ҡайғыһын яңыртмаһағыҙ, тикшереүгә ҡамасаулыҡ итмәһәгеҙ ине. Кемделер ғәйепләү өсөн дә нигеҙ булмаған осраҡта төрлө ғәйепләүҙәр ташлау, аныҡ ҡына белмәй тороп, кемделер әрләү, ҡарғау кеүек коментарийҙарҙы уҡыу йәнде әрнетә. Кеше ҡайғыһында ниндәйҙер шәхси «разборкалар» ойошторорға маташмайыҡ. Халҡыбыҙҙың аҡылы, көсө дөрөҫлөктө асыҡлауҙа, үҙебеҙҙе яҡлай алыуҙа сағыла. Илнурҙың үлеме ҙур һәләкәт, шуға ла был ҡайғынан һуң дөрөҫ һығымталар яһайыҡ, был хәл тураһында һөйләшеүҙәр ләстит хәленә төшмәһен.
Әгәр ниндәй ҙә булһа факттар хаҡында белһәгеҙ, рәхим итеп редакцияға шылтыратығыҙ, беҙ даими рәүештә Илнурҙың ата-әсәһе менән бәйләнештә.
Лилиә СИРАЕВА.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға