«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Семен Елистратов шорт-трек буйынса 1000 метр араға Европа чемпионы булды



14.01.2019 Семен Елистратов шорт-трек буйынса 1000 метр араға Европа чемпионы булды

Яҡташыбыҙ, 2014 йылғы Олимпия чемпионы Емен Елистратов кисә Нидерландтар илендәге Дордрехт ҡалаһында үткән Европа чемпионатында оло еңеү яуланы. 1000 метр араға уның һөҙөмтәһе 1 минут һәм 24,624 секунд тәшкил итте.

Икенсе Рәсәй кешеһе Денис Айрапетян бронза яуланы - һөҙөмтәһе 1.24,816 секунд.

Көмөш призер исеме Венгрия спортсыһы Лю Шаолинь Сандорға (1.24,702) бирелде.

Быға тиклем Семен 1500 метрға күп төрлө алышта өсөнсө урын яулағайны. Шулай итеп башҡорт спортсыһы Рәсәй йыйылма командаһының дөйөм миҙал һанына өс награда индерҙе. Беҙҙекеләр 10 миҙал яуланы һәм дөйөм зачетта рәсәйҙәр лидерҙар араһында өсөнсө булды





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға