«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Башҡорт Левитаны» Әхәт Мортазинды иҫкә аласаҡтар



14.01.2019 «Башҡорт Левитаны» Әхәт Мортазинды иҫкә аласаҡтар

Башҡортостандың легендар дикторы, халыҡ артисының тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе 6 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ. Сараға уның яҡындары, дуҫтары, коллегалары һәм талантын һөйөүселәр саҡырыла. Киске сәғәт 7-лә башлана.

Әхәт Мортазинды «Башҡортостандың алтын тауышы» тип йөрөттөләр. Уның матур, бәрхәт тауышын тыңлаусылар яңылыҡтар, көнүҙәк репортаждар аша белә ине, ул күп кенә ваҡиғаларҙан, байрамдарҙан тура трансляциялар, хөкүмәт сараларын һәм концерттар алып барҙы. Диктор бер йыл самаһы элек, 2018 йылдың 13 мартында, ҡапыл вафат булды.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға