«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Иң-иң”дәр Мәскәүгә бара



19.12.2018 “Иң-иң”дәр Мәскәүгә бара

Яңы йыл байрамдарында етем балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай.

24 декабрҙә Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә РФ Мәғариф министрлығының етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған 10-14 йәшлек балалар өсөн ойошторған Яңы йыл шыршыһында ҡатнаша.

Сараға республиканың 11 балалар йортонан уҡыуҙа, ижади һәм интеллектуаль эшмәкәрлектә юғары уңыштарға өлгәшкән, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңгән 15 тәрбиәләнеүсе саҡырылған. Балаларҙы ҡала буйлап экскурсия, «Танышыу кисәһе», Яңы йыл дискотекаһы, океанариумға сәйәхәт көтә. Шулай уҡ улар «Ал сәскә» боҙ шоуын ҡарап, яңы йыл балында ҡатнашасаҡтар.





Автор: З.Йәһүҙина
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға