«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Торатау” Конгресс-холы. Яңы етәксе. Беренсе Мөрәжәғәтнамә.



18.12.2018 “Торатау” Конгресс-холы. Яңы етәксе. Беренсе Мөрәжәғәтнамә.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай.

Радий Хәбиров һүҙен, мин бөгөн күбеһенсә кешеләр тураһында һөйләйәсәкмен, тип башланы. Залда хеҙмәт алдынғылары ла ултыра ине. Һәр берегеҙ тураһында һоҡланыу меенән һөйләргә була, һеҙ быға лайыҡ, тине республика етәксеһе.

Мөрәжәғәтнамәне тыңларға Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов килгәйне. Халыҡ уны баҫып алҡышланы.

– Һеҙ республиканы ҡатмарлы йылдарҙа етәкләнегеҙ. Илдең ныҡлы төбәше итергә ҙур тырышлыҡ һалдығыҙ. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, Мортаза Ғөбәйҙулла улы, – Радий Хәбировтың был һүҙҙәрен бөтәһе лә хуплап ҡул сапты. Республика башлығы шулай уҡ Рөстәм Хәмитовҡа ла рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.



Автор: А.Ишемғолова
Фото: БСТ



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға