«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡов исеме бирелде



17.12.2018 «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡов исеме бирелде

Бының тураһындағы БР Хөкүмәте ҡарарына БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡ мәғлүмәте порталына ҡуйылған.


Әмир Абдразаҡов - башҡорт театр актёры, кинорежиссёр, сценарист. «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2010, үлгәндән һуң) лауреаты булып тора.

Ф. Биишев менән берлектә Яныбай Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» (1979) һәм Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә» романдары буйынса тәүге күп сериялы телевизион нәфис фильмдар төшөргән. Әмир Ғәбделмән улының балалары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар бөтә донъяға билдәле опера йырсылары булып тора.





Автор: А.Ишназаров
Фото: культура.рб


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға