«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбйәлилдә йонсоған ыҫылдаҡ аҡҡош тапҡандар



14.11.2018 Әбйәлилдә йонсоған ыҫылдаҡ аҡҡош тапҡандар

Әбйәлилдә йонсоған ыҫылдаҡ аҡҡош тапҡандар
Кисә Йәнгел совхозы эшселәре яңғыҙ аҡҡошҡа юлыҡҡандар. Ул оса алмаған. Ҡош эт-ҡошҡа юлыҡмаһын өсөн уны тотоп, БР Тәбиғәтте ҡулланыу һәм экология министрлығы инспекторына алып килгәндәр.
Белгес аҡҡошто ветеринарға күрһәткән. Ҡоштоң хәле һәйбәт, тик ул йонсоған һәм оса алмай. Әлегә аҡҡош инспектор күҙәтеүе аҫтында.

Әгәр ҙә һеҙ ҡырҙа, һыу буйында яраланған, оса алмай йонсоған ҡыр ҡоштарын күрһәгеҙ, уларҙы тоторға ашыҡмағыҙ. Иң яҡшыһы - экология минстрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән +7 (347) 218-04-30 телефонына шылтыратығыҙ. Шулай уҡ биләмә идаралығына, комитетына мөрәжәғәт итергә була. Һунар инспекторҙары ваҡиға урынына киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға