«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө урамдарын йәмһеҙ фасадлы "КыБы"лар баҫты



13.11.2018 Өфө урамдарын йәмһеҙ фасадлы "КыБы"лар баҫты

Өфө урамдарын йәмһеҙ фасадлы "КыБы"лар баҫты
"КыБы", "КБ", "Красный Белый". "Конец башкирам" да тиҙәр ошондай осһоҙло хәмер магазиндарын. Өфөнө, район үҙәктәрен "кыбылар" баҫты.
Бөгөн Өфө мэры Өлфәт Мостафин оператив кәңәшмәлә "КБ" магазиндары урамдарҙы яманайта тип белдерҙе.
- "Магнит" һәм "Красное Белое" магазиндары фасадтарын осһоҙло профилле ҡалай менән тышлайҙар. Улар беҙҙең талаптарҙы үтәмәй, - тип яуапланы "Ҡала дизайны үҙәге" директоры Марсель Моратов.
Өфө мэры яуаплыларға был проблеманың аныҡ үтәлешен талап итергә бурыс ҡуйҙы. Кәңәшмәлә шулай уҡ туҡталыштарҙағы сауҙа нөктәләренең урынлашыуы һәм биҙәлешенә лә дәғүәләр булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға