«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, хөрмәтле уҡытыусылар, мәктәп директорҙары!



14.11.2018 Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, хөрмәтле уҡытыусылар, мәктәп директорҙары!

Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, хөрмәтле уҡытыусылар, мәктәп директорҙары!
Беҙҙең балалар гәзитен матур күлдәк кейгән ҡыҙға тиңләйҙәр, сағыштыралар. Ысынлап та, «Йәншишмә» кеүек күп төҫлө, сағыу биҙәкле баҫмалар Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә бик һирәк хәҙер. Шуның менән дә бәхетле беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары һәм улдары! Тимәк, булғандың ҡәҙерен беләйек, һаҡлап ҡалайыҡсы, милләттәштәр!
Әле бына 2019 йылға гәзит-журналдарға подписка бара. Ә «Йәншишмә»гә яҙылыусылар һаны 300-ләп кенә. Был хәл аптырата, борсоуға һала беҙҙе. Әйҙәгеҙ, битараф булмайыҡ, балаларыбыҙға гәзиткә яҙылырға ярҙам итәйексе, ҡәҙерле дуҫтар! Улар башҡорт телендә сыҡҡан баҫмабыҙҙы уҡып үҫһен ине.
«Йәншишмә»гә ярты йылға яҙылыу хаҡы –
490 һум 44 тин, индексы – П2765.
Бер йылға яҙылыу хаҡы – 894 һум 29 тин,
индексы – П3371.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға