«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ



10.11.2018 Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Ул баш ҡаланың Киров урамында, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы эргәһендәге биләмәлә урынлашасаҡ. Әле БР Мәҙәниәт министрлығы иң яҡшы бюст проектын эшләүгә конкурс иғлан итте.

Ижади бәйгелә ҡатнашыуға ғаризаларҙы, проекттарҙы, аңлатма яҙмаларын, график материалдарҙы һәм смета-финанс иҫәптәрен авторҙар 2019 йылдың 28 ғинуарынан ҡалмай Октябрь проспекты, 148 адресы буйынса Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзына тапшырырға тейеш. Тел. 8 (347) 284-42-47.

Конкурстың шарттары менән «Рәсәйҙең Рәссамдар союзы» бөтә Рәсәй ижади иҡжтимағи ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы Төбәк бүлексәһе сайтында танышырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға