«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шундай һөнәр бар — Тыуған илде һаҡлау!



03.11.2018 Шундай һөнәр бар — Тыуған илде һаҡлау!

Шундай һөнәр бар — Тыуған илде һаҡлау!
Йәкшәмбе Конгресс – холл залында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған байрамда «Шундай һөнәр бар — Тыуған илде һаҡлау! » акцияһы уҙасаҡ.
Программала байрам концерты, белем биреү учреждениелары уҡыусыларын «Юнармия» хәрәкәтенә ҡабул итеү, хәрби һәм махсус техника өлгөләре күргәҙмәһе, разведка подразделениеһының спорт буйынса оҫталыҡ дәрестәре, почетлы ҡарауыл ротаһының сығыштары, медицина подразделениеһы хеҙмәте күрһәтеләсәк.
Сара БР Хөкүмәте ярҙамында Үҙәк хәрби округ командованиеһы, БР Хәрби коммиссариаты, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм башҡалар тарафынан ойошторола.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға