«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Кэшбери» ябылды



02.11.2018 «Кэшбери» ябылды

«Кэшбери» ябылды
1 ноябрь Рәсәйҙең күп кенә кешеһенә ҡара көн булды. Ни өсөн тигәндә йәнә бер финанс пирамидаһы шартланы - "Кэшбери" эшен туҡтатты. Үҙен финанс-инвестиция компанияһы тип иғлан иткән, үтә юғары процент вәғәҙәләгән, кеше йәлеп иткәнгә бүләкләгән эшмәкәрлек шулай итеп тамамланды.
Хужаһы Артур Варданян бурыстарҙы ҡапларбыҙ тип әйтә лә ул, быныһы бик икеле. Шуға күрә лә "маткап"тар, пенсиялар, кредитҡа алып һалған аҡсаларға "хуш!" тиергә мөмкин...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға