«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда ял көндәренә йылытасаҡ



01.11.2018 Башҡортостанда ял көндәренә йылытасаҡ

Башҡортостанда ял көндәренә йылытасаҡ
Ошо хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә. Температураның берсә төшөп, бер күтәрелеүе республика юлдарында боҙлауыҡтың барлыҡҡа килеүенә килтереүе ихтимал. Атап әйткәндә, шәмбе, 3 ноябрҙә, уҡ епшек ҡар яуыуы һәм уның сымдарға йәбешеүе көтөлә.

Төндә һәм иртән ҡайһы бер юл участкаларына ҡар ятасаҡ. Ел көнбайыштан. Һауа температураһы төндә -2, +3, көндөҙ 0, +5 градус.

Өфөлә алдағы ял көндәре бер аҙ яуым-төшөм менән йылы була. Температураның көндөҙ +5 градусҡаса күтәрелелеүе ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға