«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рөстәм Хәмитов «Башнефть» компанияһында эшләйәсәк



31.10.2018 Рөстәм Хәмитов «Башнефть» компанияһында эшләйәсәк

Рөстәм Хәмитов «Башнефть» компанияһында эшләйәсәк
30 октябрҙә Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәрҙең элекке етәкселәре менән осрашты. Саҡырылғандар араһында Башҡортостандың элекке башлығы Рөстәм Хәмитов та бар ине.

Владимир Путин элекке губернаторҙарға намыҫлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың артабанғы пландары менән ҡыҙыҡһынды. Рөстәм Хәмитовҡа «Башнефть» нефть компанияһының директорҙар советы рәйесе вазифаһын биләргә тәҡдим иткәндәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға